Өфө фән һәм технологиялар университеты “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән ойошторолған Бөтә Рәсәй “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл - үҙеңде тикшер!” онлайн-конкурсына ҡушылды. Акцияла иң әүҙем ҡатнашыусылар булып Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты һәм Тарих һәм дәүләт идаралығы институты вәкилдәре торҙо. Мәҫәлән, “Юриспруденция” йүнәлешендәге 618 студент Рәсәй Конституцияһының төп положениеларын белеүгә онлайн-тест үтте һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Онлайн-конкурста Өфө фән һәм технолгиялар университетының башҡа факультеттары һәм институттары вәкилдәре лә ҡатнашты. Мәҫәлән, буласаҡ IT -белгесе, Информатика, математика һәм робот техникаһы институтының өсөнсө курс студенты Руслан Әхмәҙиев тест үткәреүҙе ойоштороуҙың юғары кимәлдә булыуын билдәләне. - Мәсьәләләрҙе мобиль ҡоролмала, теләгән ваҡытта һәм теләгән урында үтергә мөмкин булыуы оҡшаны. Ун минут эсендә ун һорауға яуап биреп, һеҙ шунда уҡ һөҙөмтә һәм ҡатнашыу тураһында сертификат алаһығыҙ. Бик уңайлы! – тине