Рәсәйҙәге иң ҙур рекрутинг-платформа булған “hh.ru” тикшеренеүҙәр үҙәге Башҡортостанда ниндәй белгестәргә айырыуса мохтажлыҡ булыуын анализланы. Дефицит һөнәрҙәр араһында иң “алдынғылар” рәтендә урам һепереүселәр (бер вакансияға 0,4 резюме тура килә), токарҙар (0,5 резюме) һәм малярҙар (0,8 резюме) килә. Анығыраҡ әйткәндә, был һөнәрҙәр буйынса буш урындар уларға эшкә барырға теләгәндәр һанынан да күберәк. Бынан тыш ноябрь башына ашнаҡсылар, кибет администраторҙары, автомобиль йыуыусылар һәм автомеханиктар, һанлы программа (ЧПУ) менән идара ителгән станок операторҙары, һатыусылар ныҡ етешмәй ине. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда уртаса бер вакансияға 3,5 кенә резюме тура килә, был иһә хеҙмәт баҙарында белгестәргә ҡытлыҡ ҙур булыуын күрһәтә. Айырыуса эшсе һөнәрҙәренә кеше етешмәй. “Бөгөнгө хәлдә эш биреүселәргә персоналды ошо компанияла тотоп торған процестарға иғтибар итеү һәм, кәрәк булғанда, уларҙы ҡайтанан ҡарап сығыу мотлаҡ. Был иһә эштән киткәндәр урынына яңынан белгестәр эҙләүгә ҡарағанда ябайыраҡ һәм арзаныраҡ”, – ти “hh.ru Урал” директоры Оксана Сидлецкая. Фото: “Башинформ”.
Өфөлә урам һепереүселәр етешмәй. Әллә киләһегеҙме?
16 ноября 202316 ноя 2023
~1 мин