Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мөһим проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

16 ноябрҙә Мәскәүҙә XVII “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумына ярашлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росавтодор” агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән осрашты. Көн ҡаҙағында – төбәк биләмәһендә эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу. Шуларҙың береһе – М-7 “Волга” федераль трассаһы участкаһын төҙөү. Ул Ҡазан–Екатеринбург–Төмән тиҙлекле юлының бер өлөшө буласаҡ. 65 километр тәшкил иткән яңы юл участкаһы биш тораҡты – Исәмәт,Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап, Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары аша үтә. Осрашыуҙа шулай уҡ Өфөләге Көнсығыш сығыу юлы проектын тамамлау тураһында фекер алыштылар. – Беҙ Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин менән Көнсығыш сығыу юлын финанслау мәсьәләһен дә ҡараныҡ. Тейешле средстволар декабрь башында уҡ килеп етәсәк,– тип белдерҙе Радий Хәбиров осрашыу һөҙөмтәһе буйынса. Фото: https://glavarb.ru/rus/