Тәүҙә был мәҡәләне уҡып сыҡҡас, икеле уйҙар тыуҙы. Нишләп республикабыҙҙан гел етешһеҙлектәр эҙләгән кешегә ҡарата Азат Шамил улы асыҡтан-асыҡ яуап бирә, уның менән элек күрешеүе хаҡында бәйән итә?! Үҙен былай ҙа "Бөгөнгө көндөң Салауат Юлаевы" тип иҫәпләп һауаланған егеткә артыҡ мәртәбә бирә түгелме бындай яҙма?! Был тәү уҡыуҙан тыуған фекер ине. Ә бит Азат Бадранов хаҡлы. Ҡайһы берәүҙәр етәкселектең итәғәтлегенән файҙаланып (барыбер Хөкүмәттә шымып ҡаласаҡтар тип) артабан имеш-мимештәр һөйләп, халыҡты ҡужғытыуҙы дауам итә. Үҙен система ҡорбаны итеп күрһәтергә тырыша, үҙенән "милли герой" образы тыуҙырырға ынтыла, халыҡта власть вәкилдәренә ҡарата нәфрәтен уятыр өсөн сәбәп эҙләй. Ундай кешеләргә халыҡтың киләсәге мөһим түгел, улар үҫеш тураһында уйламай, илебеҙҙең киләсәге тураһында борсолмай, йәшәйешебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн бер нимә лә эшләмәй. Бары уңайы тыуған һайын "хайп" эләктереү ниәте генә! Бына мин бер ҡасан да талашырға, әрләшергә яратмайым. Ныҡ асыуға тейһәләр ҙә, сөнк