Кисә күңелһеҙ хәбәр билдәле булды. Водолаздар һыу төбөнән машина һәм уның эсендә үле водителде тапҡан. Ирҙең кемлеге билдәле: ул 53 йәшлек Сергей М. булып сыҡҡан. Асыҡланыуынса, ир 24 октябрҙә үк юғалған. Уны полиция һәм “Лиза Алерт” ирекмәндәре эҙләй ине. Сергей Иглин районының Эҫем ауылында йәшәгән. Ул райондың Пятилетка ауылынан Ауструм ауылына һоро төҫтәге машинаһы менән сығып киткән һәм шунан һуң уны күреүсе булмаған. Билдәле булыуынса, уның үҙен һәм машинаһын Иглин районында аҡҡан Буенда йылғаһында тапҡандар. Юлда нимә булған һәм машинаның нисек һыуға төшөп киткәне әле билдәле түгел. Быны хоҡуҡ һаҡсылары тикшерәсәк. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машиналарҙың һыуға төшөп китеү осраҡтары һирәк түгел. Һәм, ғәҙәттә, улар фажиғә менән тамамлана. Шуға күрә комитет юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш итә. Әгәр машинағыҙ һыуға барып төшһә: - автомобиль һыу төбөнә китмәҫ элек машинанан сығыр