Капиталь ремонтҡа иғәнә түләүҙәрҙән бер яҡлы ғына баш тартыу мөмкин түгел, тигән яуап бирә Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре. Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы, капиталь ремонтҡа иғәнәләр түләүҙән төбәк программаһына индерелмәгән күп ҡатлы йорттарҙағы биналар хужалары һәм яллаусылар ғына азат ителә. Төбәк операторы хеҙмәттәренән бина милекселәре күп ҡатлы йорттоң капиталь ремонт фондын формалаштырыу ысулы алмашынған осраҡта ғына баш тарта ала. Бының өсөн милек эйәләренә дөйөм йыйылыш үткәрергә һәм капиталь ремонт фондын формалаштырыу ысулын төбәк операторы иҫәбенән махсус иҫәпкә күсерергә, артабан үҙ йортоңдо капиталь ремонтлау менән үҙ аллы шөғөлләнергә кәрәк. Күп ҡатлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышы Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 44-46 статьяларына ярашлы үткәрелә. Унда Торлаҡ кодексының 170-се статьяһының 4-се өлөшөндә күрһәтелгән мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Компенсациянан кем файҙалана ала? Ҡайһы бер граждандарға капиталь ремонтҡа иғәнәләр түләүгә компенсация ҡаралған. 70 йәштән өлкәндәргә ташлама – 50, 80 йәште уҙған граждандарға 100 процент тәшкил итә. Тик бының өсөн милексенең күп ҡатлы йортта бер үҙе йәшәүе, эш урыны булмауы йәки эшләмәүсе граждан йәиһә I- II төркөм инвалиды менән йәшәүе шарт. Граждандарға компенсация бер фатир өсөн бирелә. Социаль ярҙам саралары шарттары буйынса мәғлүмәт алыу өсөн йәшәү урыны буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына йәки яҡындағы Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Фото: https://vk.com/bash.kapremont