Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхет

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө айҡанлы үткәрелгән конкурста ҡатнашҡан Римма Николаевна Ҡыҙылбаева Учалы районының Кәрим ауылында йәшәй. Ул Ҡорама төп дөйөм белем биреү мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ә уҡыусыларының уңыштары тос ҡына. Мәҫәлән, Алтынай Ҡәйүпова, Розалия Шаһивәлиева, Артур Мәсәлимов, Алсын Ғәйфуллин, Самира Мостафина - “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара әҙәби-ижади конкурста, Алсын Ғәйфуллин – “Диктор тауышы” бәйгеһендә яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Бынан тыш, та уҡыусыларының ҡаҙаныштары байтаҡ. Өлгөлө әсә һәм уңған хужабикә тормош иптәше Юлай менән бына тигән ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Ире Юлай Рәсәй тимер юлдарының Злотоуст бүлексәһендә эшләй. Әйткәндәй, Римма менән Юлай Ҡыҙылбаевтар быйыл икеһе лә алтын юбилейын билдәләй. Татыу ғаиләлә Морат һәм Булат исемле ике ул тәрбиәләнә. Өлкәне Морат Себерҙә вахта ысулы менән быраулаусы булып эшләй, ә кесеһе Булат – студент. Программист һөнәрен үҙләштерә. Римма Ҡыҙылбаева уңған әсәй ҙә, оҫта хужабикә лә. Бына тигән баҡсасы Римма Николаевна! Ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй унда! Ул ҡышҡыллыҡҡа төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләргә ярата. Бынан тыш, ҡош-ҡорт аҫрарға әүәҫ. Тағы бәйләргә ярата. Уның бөтмөрлөгөнә таң ҡалырһың! Бөтмөр, ихлас, егәрле, тәүәккәл әсәйҙәренә оҡшап улдары ла бик тырыш. Өлкәненә 24 йәш кенә булһа ла, фатирын да, машинаһын да һатып алған. Хәҙер ул ата-әсәһенең хатта ныҡлы таянысы ла. Римма Николаевнаға ихласлыҡ, тыныслыҡ, кеше хәленә инә белеү, аңлау, хәстәрлелек кеүек һыҙаттар хас. Оло апай булараҡ, туғандарына ла әсәйҙәрсә йылы ҡараш булдырған. “Апайыбыҙ бик туған йәнле, беҙгә һәр саҡ ҙур терәк, дуҫ һәм кәңәшсе”, - ти улар. Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхет. Күпме генә ваҡыт үтмәһен, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе баҙыҡланғандан-баҙыҡлана бара. Һәр әсәй ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Гәзитебеҙҙең “Бәйләнеш”тәге төркөмөндә ихлас ҡатнашҡан Римма Ҡыҙылбаева өсөн дә тауыш бирһәгеҙ ине, дуҫтар. Фотолар Римма Ҡыҙылбаеваның шәхси архивынан.