Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Медицина пункттары арта

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Баҡалы районының Иҫке Әзмей ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 2021-2023 йылдар эсендә районда ете яңы медицина учреждениеһы төҙөлдө. Яңы бинала тәүге медицина ярҙамын Иҫке Әзмей, Николаевка, Наратсоҡор, Яңы Әзмей, Ғәлиулла ауылдары халҡы – бөтәһе 443 кеше аласаҡ. Тантаналы сарала район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин, район хакимиәте башлығы Олег Ефимов ҡатнашып, ауылдаштарҙы медицина учреждениеһының асылыуы менән ҡотланы. Яңы биналағы уңайлыҡтарҙы беренсе булып Лариса Максимова баһаланы. Ул 2018 йылдан алып “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса ошо ауылда эшләй. Ауылдаштарының хөрмәтен ҡаҙанған медицина хеҙмәткәре ул. – Ауылдың район үҙәгенән 27 километр алыҫлыҡта урынлашыуын иҫәпкә алып, яңы медицина пунктының төҙөлөүе беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Хәҙер пациенттар яҡты, йылы бинала диспансерлаштырыу үтәсәк, тәүге медицина ярҙамы аласаҡ, – тип һөйөнә Лариса Александровна. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.