Стәрлетамаҡ ҡыҙы Анжелика Парфенова Айға осоу имитацияһы экспериментында ҡатнаша. SIRIUS-23 тип аталған һынауҙа алты кешенән торған экипажды бер йылға изоляциялағандар, тәжрибә 14 ноябрҙә Мәскәүҙә башланды. Был хаҡта медик-биология проблемалары иституты хәбәр итә. Айға «осоуҙа» алты кеше – экипаж командиры Юрий Чеботарев, борт инженеры Анжелика Парфенова, табип Ксения Орлова, эҙләнеүселәр Ксения Шишенина һәм Рөстәм Зарипов, Белоруссиянан Ольга Мастицкая ҡатнаша. Эксперимент сценарийы Айҙа туҡтау урынын эҙләү, йөк караптары менән тоташыу, бер нисә экипаж ағзаһының айҙа сығып йөрөүен күҙаллай һәм башҡалар. Был эксперимент өсөн виртуаль ысынбарлыҡ менән махсус скафандрҙар етештерелгән, уларҙа экипаж Айға «сығасаҡ». Тәжрибә мәлендә бер-береһенә психологик тап килеү экипаж эшенә нисек йоғонто яһауы ла күҙәтеләсәк. «Башинформ» белдереүенсә, яҡташыбыҙ Мәскәү авиация институтын тамамлаған, Сасов осоусылар училищеһында уҡыған. Әлегә тиклем Хабаровск авиалинияларында L-410 самолетында икенсе пилот булып хеҙмәт иткән. «Әлегә космосҡа осоуҙа тәжрибәм юҡ, шулай ҙа пилот профессияһында ла, космонавт профессияһында ла берҙәй ҡыҙыҡлы мәлдәр бар, тип уйлайым», – ти ҡыйыу ҡыҙ Анжелика старт алдынан. (Фотола Анжелика Парфенова уңда). Фото ГНЦРФ ИМБП РАН.