Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йүнселдәр өсөн майҙандар күп

Башҡортостанды үҫтереү корпорацияһы бизнесмендар өсөн буш ятҡан сираттағы инвестиция майҙансығын күрһәтте. Алты гектар самаһындағы был майҙан Иглин районында “Урал” М-5 федераль трассаһы буйынса урынлашҡан. Унда юл буйы сервисы урынлашыр тип күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләгәнсә, юл буйы сервисын үҫтереү проекттары буйынса эшләгән инвесторҙарға байтаҡ ярҙам саралары ҡаралған. Мәҫәлән, дәүләт ярҙамы саралары иҫәбендә проектты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестпроекттар исемелегенә индереү мөмкинлеге бар, ә был иһә ер майҙанын ҡуртымға һатыулашыу процедураһы үткәрмәйенсә алыу форсатын бирә. “Инвестмайҙансыҡ автоағым интенсив булған ерҙә урынлашҡан, уның эргәһенән тәүлегенә 20 мең самаһы автомобиль үтә. Шуға күрә бында юл буйы сервисы урынлаштырыу шоферҙар өсөн бик кәрәкле буласаҡ”, – ти Башҡортостанды үҫтереү корпорацияһының генараль директоры Наил Ғәббәсов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.