Был хаҡта Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙа. "Ожмах — әсәләрҙең аяҡ аҫтында! Бәхет — әсәң иҫән булыуҙа.Әсәйемдең наҙлы ҡулдары, ихлас һәм хәстәрлекле күңеле.Әсәйем-минең тормошомда иң ҡәҙерле кеше. Ул беҙҙең янда, ярҙам итә һәм ҡурсалай.Ул мине һәр ваҡыт тыңларға һәм аңларға әҙер булыусы кеше. Миңә ауыр мәлдәрҙә һәр саҡ мине дәртләндереп тора. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә һәм хатта үҙ көсөмә шикләнгәндә лә миңә нығыраҡ ышана.Ошо көндәрҙә әсәйем үҙенең 92 йәшен билдәләне. Мин ҡәҙерле кешемде сикһеҙ яратам һәм оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтәм.Ҡәҙерле әсәйем! Мин һиңә күңел йәшлеген һаҡлап, тормоштоң һәр минутына шатланып, хәстәрлек күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйем!" - тип яҙған ул. Әсәйҙәр көнө алдынан улының ошондай иң изге һүҙҙәренән дә яҡшыраҡ бүләк юҡтыр ул әсә кеше өсөн. Һау -сәләмәт булығыҙ, хөрмәтле Яңылбикә инәй! Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән