Өфөлә “Ватан һаҡсылары кубогы” төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы үткәрелә. Беренсе тапҡыр бындай ярыштар Кемеров өлкәһендә ойошторолған. Башҡортостан иһә ошондай сараны уҙғарасаҡ икенсе төбәк буласаҡ. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында үрҙә әйтелгән сараға Рәсәйҙең Волга буйы һәм Урал федераль округтарының 20 төбәгенән йыйылма командалар киләсәк, тип билдәләнде. Шулай итеп, Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары өсөн спорт турниры үткәрелә. Был сараға әҙерлек тураһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова һәм “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һөйләне. – Беҙҙең өсөн был – ҙур мәғәнәгә эйә спорт байрамы. Был кубок Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды булышлығында үткәрелә. Башҡортостан тап махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ икенсе майҙансыҡ булараҡ һайланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, у