14 ноябрҙә Бөрйән районының Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк ауылдарында мөһим сара - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ғаиләләре менән осрашыу кисәләре үткән. Сара район ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Ватан һаҡсылары" фондының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе, район хакимиәте һәм Аҫҡар ауыл хакимиәте менән берлектә ойошторолған. Уны үткәреүгә шулай уҡ ветерандар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, әүҙемселәр ҙур тырышлыҡ һалған. Кисәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ата-әсәләренә һәм ҡатындарына рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылған. Осрашыу күңелле лә, һағышлы ла, өмөтлө лә йыр-моң, шиғыр юлдары менән аралашып барған. Был көндә шулай уҡ яугирҙәрҙең ата-әсәләре үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биргән, төрлө льготалар, ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтле булған. Осрашыу аҙағында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәргә иҫәнлек-һаулыҡ, илгә именлек теләп, доғалар ҡылынған, ойоштороусыларға рәхмәт белдерелгән. Яугирҙәрҙең яҡындары үҙҙәренең яңғыҙ булмауҙарына, һәр саҡ яҡташтарының ярҙамына таяна алыуҙарына тағы бер инанғандыр был көндә. Фото һәм мәғлүмәт: Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы.