Бөгөн Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында III Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы делегаттары Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин менән осрашты. Белеүебеҙсә, октябрь башында Мәскәүҙә III Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы үтте. Унда ҡатнашыу өсөн бөтә ил буйынса 65 меңдән ашыу ғариза алынған ине, шулар араһынан 3 мең уҡытыусы һайлап алыу этабын уңышлы үтеп, форум делегаты булыуға өлгәште. Башҡортостандан был ҙур сарала 65 кеше ҡатнашты. БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин республикабыҙҙан форумда ҡатнашҡан уҡытыусыларҙы тәбрикләп, форумдың әһәмиәтен, класс етәкселәре алып барған эшмәкәрлектең уҡытыу һәм тәрбиә эшендә ни тиклем мөһим булыуын айырып билдәләне. Быйылғы форумда тәүге тапҡыр һөнәри белем биреү ойошмаларында эшләгән кураторҙар ҙа ҡатнашты. Уҡытыусы һәм остаз йылында Класс етәкселәре форумының 23 амбассадоры барлыҡҡа килде. Беҙҙең республиканан был яуаплы миссия Нефтекама ҡалаһындағы Республи