Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 11-17 ноябрҙә Мәскәүҙә үтеүсе «Рәсәй транспорты» XVII халыҡ-ара форумында республиканың рәсми делегацияһына етәкселек итә. Йыл һайын үткәрелгән сарала федераль һәм төбәк власть органдары етәкселәре, транспорт өлкәһендәге эксперттар һәм бизнес вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан делегацияһының эшлекле программаһы транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса эшлекле осрашыуҙарҙы һәм «Рәсәй 2035: транспорттың яңы иҡтисадына» пленар дискуссияһында ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала. Ғәҙәттәгесә, форум сиктәрендә «Рәсәй транспорты» күргәҙмәһе эшләй, уның майҙансығында Башҡортостан стенды ҡуйылған. Республика экспозицияһына эре инфраструктура проекттары һәм башланғыстары менән таныштырыу саралары инә. Улар иҫәбендә Сибай–Подольск-Новорудная тимер юл тармағын, Өфөнөң төньяҡ өлөшөн М-5 «Урал» трассаһы менән тоташтырыусы Интернациональ урамында автомобиль күперен төҙөү, шулай уҡ төбәктең баш ҡалаһының урам-юл селтәрен яңыртыу буйынса «Көньяҡ ҡапҡа» комплекслы проектын төҙөү кеүек башланғыстар бар. Фото: glavarb.ru