15 ноябрҙә Мәскәүҙә, XVII «Рәсәй транспорты» халыҡ -ара форумы сиктәрендә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Башҡортостандың күргәҙмә стендында булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров вице-премьерға төбәктең төп инфраструктура проекттары, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты тураһында һөйләне. Транспорт объекттарында эштәрҙе ваҡытында финанслау һәм Башҡортостандың федераль үҙәк менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен дә тикшерҙеләр. – Иң мөһим проект - Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү, - тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. - Объектты тамамлау өсөн 2,5 миллиард һум аҡса кәрәк. Беҙ финанслауҙы тиҙләтеүҙе һораныҡ. Марат Шакирйән улы беҙҙе хупланы. Хәҙер был участкаға асфальт түшәлгән, юл билдәләрен һалабыҙ. Эштәрҙе 2024 йылдың ғинуар-февралендә тамамларға планлаштырабыҙ. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең башҡа мөһим проекттары тураһында ла һөйләне. – Фекер алышыуҙың төп темаһы - Р–240 Өфө-Ырымбур трассаһын яңыртыу.