Балтас районының Көнтүгеш ауылы эргәһендә барлыҡҡа килгән был соҡорҙо ҡарар өсөн туристар килә башлаған да инде. Ауылда йәшәүселәр соҡорҙоң тәрәнлеген үлсәргә тырышҡан: 31 метрҙан алып 36 метрға тиклем. Урындағы халыҡ фекеренсә, емерелеү быуала һыуҙың бер ярым метрға кәмеүенә лә сәбәпсе булғандыр. Был емерелеү ҡороған йылға үҙәнендә һыу сығыуына бәйлелер тип фаразлай «Балтач таннары» гәзите хәбәрсеһе Дамир Хәйретдинов. Хәбәрсе ваҡиға урынында булып, убылған ерҙе тәүгеләрҙән булып барып күргән. Дамир Хәйретдинов әйтеүенсә, соҡор сентябрҙә барлыҡҡа килгән. Был мәлдә Көнтүгеш ауылы халҡы ер тетрәүен һиҙгән. Соҡор ҡоро. Уның киҫелешендә ике-өс метр ҡыҙыл балсыҡ ҡатламын аҡ балсыҡ алмаштыра. Ун биш метр түбәнерәк дымлы ҡатлам башлана. Яңы упҡын иҫке йырын менән тоташыуы ихтимал, тип фаразлай урындағы халыҡ. Гәзитебеҙҙең күптәнге эксперты, география фәндәре кандидаты, доцент Инбер Яппаров та был хәлгә ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе: - Балтас районы Танып йылғаһы бассейнына ҡарай. Пермь системаһының Неоген ҡатламы өҫтөнлөк иткән ер. Ҡатламдың аҫтында һыу үткәрмәгән пластар бар. Ошо урындарҙа шыйыҡ бутҡа һымаҡ йыйылып ятҡан урындар, фәнни телдә әйткәндә, линзалар барлыҡҡа килә. Һыу карст соҡорҙарынан балсыҡ һәм ҡомдо йыуып сығара ала. Ә ваҡыт үтеү менән бушлыҡ барлыҡҡа килгән соҡор емерелә. Шуға был соҡорҙоң барлыҡҡа килеүенә аптырарға түгел. Соҡорҙоң хасил булыуы, тәрәнлеге, ҙурлығы ла был фаразды дәлилләй. Тағы ла шуны билдәләп киткем килә: һуңғы йылдарҙа республикала яуым-төшөм аҙ булды. Ошо ҡоролоҡ осоронда ер аҫты һыуҙары 1,5-2 метрға төштө. Тап ошо хәл дә ер убылыуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Көнбайыш Башҡортостанда барлыҡҡа килгән түңәрәк күлдәр тап ошо ысул менән барлыҡҡа килгән. Шуға ошо соҡор яҡынса ун йылдан һыу менән тулып, күлгә әйләнер тип уйлайым, - ти билдәле географ. Әйткәндәй, былтыр ошо мәлдә Бөрйән районында урынлашҡан Ығышма күленең һыуы бер төн эсендә юҡҡа сыҡҡан ине. Әллә көҙгө ямғырҙар карст соҡорҙарын йыуып сығарыуы арҡаһында ошондай хәлдәр барлыҡҡа киләме икән? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Батач таннары" гәзите.