Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфө 100 мең һум бирә!

Өфөлә 23 октябрҙән 15 ноябргә тиклем Рәсәй Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Ҡаланы үҫтереү буйынса йәмәғәт фонды өҫтәмә рәүештә 100 мең һум аҡса түләй ине. Бер тапҡыр бирелә торған түләмде меценаттар аҡсаһына башҡарҙылар. Бөгөн фонд был ваҡытты 2023 йылдың 1 декабренә тиклем оҙайтырға тигән ҡарар ҡабул иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан ҡаралған 204 мең һумдан тыш, контрактҡа ҡул ҡуйған хәрбиҙәр Өфө ҡалаһынан өҫтәмә рәүештә 100 мең ала ине. Һорауҙарығыҙ булһа, баш ҡалалағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була: Октябрь проспекты, 85, телефондар: 7 (347) 215-15-70, +7 (347) 215-16-70. Шулай уҡ Йәмәғәт фонды түләүҙәр тураһындағы һорауҙарға 7 (347) 246-26-86 телефоны буйынса яуап бирергә әҙер. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.