Ниндәй генә заман булмаһын, балаһы өсөн әсәнең йөрәге һыҙламаған көнө юҡтыр: тыныс тормоштамы, ауыр саҡтамы, илгә килгән ҡайғылы осорҙамы әсә кешенең күңеле тыныс түгел. Ул улы йәиһә ҡыҙы өсөн борсола, уның шатлыҡ – ҡыуаныстарына һөйөнә, ауыр ваҡыттарын үҙ йөрәге аша үткәреп, нисек кенә үҙе эстән һыҙланһа ла балаһы өсөн белгертмәй, уға тик яҡшылыҡтар ғына теләүен дауам итә. Һәр саҡ уны көтә, йылы усағын һүндермәй, үҙе бешереп ризыҡтар әҙерләй, күңеле менән генә булһа ла ғәзиз кешеһенең тиҙерәк янына ҡайтып килеүенә доғалар ҡыла. Быларҙың барыһын да әсә йөрәге, әсә күңеле, әсә тигән бөйөк кеше генә башҡара алалыр. Был һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫлөгөнә улдары махсус хәрби операция биләмәһендә булған әсәйҙәр менән осрашып, аралашҡандан һуң йәнә бер тапҡыр инандым. Баймаҡ районының Күсей ауылы сағыштырмаса ҙур түгел, әммә ул үҙенең үткәне, шанлы тарихы һәм күренекле кешеләре менән данлыҡлы. Ауыл халҡы бала саҡтан Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов менән ғорурланып үҫә, уның батырлығы алдында баш эйә. Шуға күрә күсейҙәрҙең ҡанында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғолары бала саҡтан, Тыуған илгә ҡарата һөйөү, халҡың алдындағы бурыс һәр ир-егеттең ғаиләһендә үк тәрбиәләнгән матур сифаттарҙың береһе. Бөгөн Күсей ауылынан ғына 12 кеше махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уларҙың береһе – гүзәл зат. Илдә өлөшләтә мобилизация башланғандан алып улдары алғы һыҙыҡта булған Фатима Хәйҙәрова менән Рәхимә Кинйәбаеваның күңелдәре тыныс түгел, йөҙҙәрендә лә бер аҙ тулҡынланыу һиҙелә. Фатима Лотфрахман ҡыҙының улы Вилдан Чечня яуын үткән, шулай уҡ тәүгеләрҙән булып ил һаҡларға йүнәлә. “Хан” позывнойлы яугир өс бала атаһы, өлкән ҡыҙы Айгина Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында белем алһа, улы Илгиз күптән түгел әрме сафына юлланған, ә кескәй Вилена мәктәптә уҡый. Ике тапҡыр ваҡытлыса ялға ҡайтып киткән. — Вилдан улымдың өлөшләтә мобилизацияға эләгеүен ишеткәс, аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек булды, – ти Фатима Хәйҙәрова. — Чечняла булған янып – көйөүҙәрем саҡ уңала ғына төшкән ине, әле ҡайтанан шул кисерештәрҙе йөрәгемдән үткәрергә тура килә. Улымдың үҙен ышаныслы тотоуы, һәр саҡ күтәренке күңел менән бәйләнешкә сығыуы тынысландыра, ышаныс уята. “Әсәй, тиҙҙән еңеү менән ҡайтырбыҙ!”, “Бирешмә!” тип кенә тора улым. Әсә кешегә был һүҙҙәрҙе әйтеүе лә еңел түгел, Фатима апайҙың күҙҙәре бер аҙ йәшләнде, тауышы ла ҡалтырай төштө. Әммә әсә кешенең улы өсөн ғорурланыуын һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, уны тойорға мөмкин ине. “Улым шылтыратһа тип” ҡулдарынан телефондарын төшөрмәгән әсәләргә ҡарап, уларҙың ни тиклем оло йөрәкле, улдары өсөн йәндәрен бирергә әҙер булыуҙарын аңлайһың. Фатима Хәйҙәрова биш намаҙын да ҡалдырмай, улының, барлыҡ яугирҙәрҙең иҫән, һау-сәләмәт ҡайтыуы өсөн доғалар ҡыла, ил – йорт тыныслығы өсөн аяттар бағышлай. Әйткәндәй, ауылдаштары МХО-ға юлланғас та, ауыл халҡы, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, изге уй-ниәт менән ҡорбан сала, аяттар бағышлай. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин булыуын ауыл халҡы яҡшы аңлай, шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, тепловизор һатып алып ебәрә, шулай уҡ кәрәк – яраҡ, йылы кейем – һалым даими оҙатыла. Өфө ҡалаһында эшләп, Бөрйән һылыуын кәләш итеп алып, шаулатып туй үткәреп, “баллы ай” айын үткәреп тә өлгөрмәй, Рәхимә Кинйәбаеваның Таһир улы ла өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Тәүге айҙарҙан алып бөгөнгә тиклем алғы һыҙыҡта йөрөй ул. Беҙ осрашыр алдынан ғына улының алғы һыҙыҡтан сығып, әсәһе менән бәйләнешкә ингән ваҡыты ине. Шуға күрә Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы һорауҙарыма ихлас яуап бирҙе, тиҙҙән ҡәһәрле һуғыштың бөтөүенә ышаныс белдерҙе. — Ауыр көтөүҙәре... Тик нишләйһең, илгә төшкән оло ҡайғы, бергә булғанда, берҙәм булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин. Туй үткәреп, ҡыуанып ҡына улың менән киленеңде яңы тормошҡа оҙатҡанда, ҡапыл мобилизацияға эләгеүен ишеткәс, ҡойолоп төштөм. Нимә эшләргә, нимә әҙерләргә лә белмәнек. Ошо ауыр ваҡытымда диндә булыуым, Аллаһҡа һыйыныуым ғына миңә ярҙам итте, көс һәм сабырлыҡ бирҙе, — тип кисерештәре менән уртаҡлаша Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы.—Бөгөнгө көн йәшәү һәм ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлаты, үлем һәм йәшәүҙең һәр саҡ йәнәшәлә йөрөүен йәнә бер ҡат иҫбатланы. Нисек кенә ауыр һәм ҡыйын булмаһын, уны улдарыбыҙға күрһәтергә тейеш түгелбеҙ, уларға киреһенсә рухи көстө, сабырлыҡ, ышаныс һәм өмөттө беҙ бирергә тейешбеҙ, тигән уй – ниәттәр менән улдары һәм ирҙәре махсус хәрби операцияла булған әсәйҙәр һәм ҡатындар менән айырым төркөм булдырҙыҡ, унда һәр беребеҙ үҙебеҙҙең уй-кисерештәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ, яугирҙәргә нимәләр кәрәк, уларға посылкалар һалыу буйынса кәңәшләшәбеҙ, ауыр саҡта бер – беребеҙгә терәк булараҡ, йылы һүҙҙәр өндәшеп, күңелдәребеҙҙе күтәреп тә алабыҙ. Ни тиһәң дә беҙҙе дөйөм ҡайғы, уртаҡ теләк берләштерә. Кемдеңдер һаҡһыҙ, уйламай әйткән бер һүҙ ҙә йөрәккә уҡ булып ҡаҙылыуы, ябай ғына һүҙҙең дә күңелеңде күтәреүе ихтимал. Иң мөһиме – улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһын, ауылдаштарға ауыр ваҡытта берҙәм һәм әүҙем булыуҙарына рәхмәт әйтәбеҙ. Күпме яугирҙәргә ярҙам күрһәтелде, аҡса йыйҙыҡ, берәү ҙә ситтә ҡалманы, ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Күсейҙең дүрт егете ошо көндәрҙә , "Ларгус" автомобилендә махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып барып еткерҙе. Венера Заманованың улы Әлфир ҙә өлөшләтә мобилизация башланғас, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары менән ил һаҡларға юллана. Ул бөгөн Рәсәй Оборона министрлығының беренсе фронт ижад бригадаһына алынған һәм һалдаттарға үҙенең йыр-моңдарын өләшә, уларҙың күңелдәрен күтәреп, бригада составында яу яландарында сығыш яһай. Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының Оборона министры приказы менән Әлфир министрлыҡтың “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән наградланды. — Кисә концерт ҡуйып, иртәгә махсус хәрби операцияға юлланыуҙарына тәүҙә ышанманым, Юҡтыр, тип үҙ–үҙемде йыуатырға уйланым.Әммә ни тиклем ауыр һәм түҙеп торғоһоҙ булһа ла ул ысынбарлыҡ ине. Әлфир улымдың ата–олатайҙары намыҫына тап төшөрмәй, илебеҙҙе һаҡлауына оло ғорурлыҡ кисерәм. Нисек кенә ауыр булмаһын, улыбыҙҙың иңенә төшкән оло һынауҙы лайыҡлы үтеп, илебеҙгә тыныслыҡ урынлашып, иҫән-һау ғына ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Күптән түгел ваҡытлыса яға ҡайтып китте, ғаиләһе менән ауылда булды. Күңел һағыштарын Ирәндеккә менеп, Күсем ташы, Йәнгүҙәйгә бушатты, йыр–моңдарын тыуған яҡтарына яңғыратты. Әлдә генә улым йырсы әле тип тә ҡыуанам, исмаһам күңел әрнеүҙәрен моң менән бушата, яугирҙәргә йыр – моң өләшә, – Венера Таһир ҡыҙы. Әйткәндәй, Венера апай Заманова ла бик матур йырлай, әммә әле ауыҙ асып йырларға күңел төшмәй, бына улдарыбыҙ иҫән-һау ҡайтһа, илдә тыныслыҡ урынлашһа, йырларбыҙ әле, тип кенә әйтеп ҡуйҙы. Яугир әсәләре... Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән, “һаумы, әсәй!” тип өндәшеүҙәрен ишетер өсөн көн генә түгел, төн йоҡоларын да ҡалдырып, ҡулдарынан телефондарын төшөрмәгән, һәр шылтыраған тауышҡа һиҫкәнеп, улы тип йүгереп килгән, ахыр сиктә изге доғаларын уҡып, уларҙың иҫән – һау ҡайтыуҙарын теләгән Күсей ауылының яугир әсәләренә һоҡланмай мөмкин түгел. Уларҙың кемгәлер үпкә белдергән йәиһә кемделер ғәйепләп әйткән һүҙҙәрен ишетергә лә тура килмәне, улдарын көткән әсәләрҙең теләктәре бер генә: тиҙерәк һуғыш бөтһөн, бөркөттәре иҫән-һау ғына тиҙерәк ҡайтһын. Беҙ ҙә уларҙың теләктәренә ихлас ҡушылабыҙ һәм икенсе юлы Күсей ауылында яугирҙәрең ҡайтыуын бар ауыл менән байрам итәсәктәренә өмөтләнәбеҙ. Улдары махсус операция биләмәһендә булған әсәләргә ҡарап, уларҙың ни тиклем йөрәктәре һыҡрап, күңелдәре әрнеһә лә осрашыуға килеүҙәренә ваҡыт таба алғандарына ҙур рәхмәтлемен. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Теләге булғандар берҙәм белешмә номерына – 117, Ситуация үҙәгенә 122, +7 (347) 218-19-19 телефонына шылтырата йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына, йәки башбат.рф сайтына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа һәм Өфөләге хәрби комиссариат һайлап алыу пунктына (Революция урамы, 156 адресы буйынса) килергә мөмкин. Автор фотоһы