Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шәп сара булды

12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Башҡортостандың Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы Мәскәүҙә Һәм Санкт-Петербургта Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған мауыҡтырғыс квиз үткәрҙе. Квизда 17 команда ҡатнашҡан. Сара Башҡортостандан 100-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Активист Динислам Ниғмәтуллиндың гитарла уйнап башҡарған йырҙары кисәгә йәм өҫтәне. Квиз барышында ҡатнашыусылар Рәсәй халыҡтарының тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, милли һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен белде. I урында – “Ананас”, II урында – “Халыҡ берҙәмлеге”, III урында – “Бенгал юлбарыҫтары”. Еңеүселәр “Республика” магазиндарына 2000 һумлыҡ бүләк сертификаттары алды. Ҡалған ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр – “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексына ике кешегә саҡырыу билеттары тапшырылды. Башҡортостандың Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ойоштороусыларға һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға сараны үт

12 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Башҡортостандың Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы Мәскәүҙә Һәм Санкт-Петербургта Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған мауыҡтырғыс квиз үткәрҙе. Квизда 17 команда ҡатнашҡан. Сара Башҡортостандан 100-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Активист Динислам Ниғмәтуллиндың гитарла уйнап башҡарған йырҙары кисәгә йәм өҫтәне. Квиз барышында ҡатнашыусылар Рәсәй халыҡтарының тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, милли һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен белде. I урында – “Ананас”, II урында – “Халыҡ берҙәмлеге”, III урында – “Бенгал юлбарыҫтары”. Еңеүселәр “Республика” магазиндарына 2000 һумлыҡ бүләк сертификаттары алды. Ҡалған ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр – “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексына ике кешегә саҡырыу билеттары тапшырылды. Башҡортостандың Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ойоштороусыларға һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға сараны үткәреүҙә булышлыҡ иткәндәре, Ассоциацияны үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Проект “БашСтьюдентс” башҡорт йәштәр хәрәкәте проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Фото: BashStudents #BashStudents #москва #уфа #Башкортостан #деньнародногоединства #ГрантыРБ #мәскәү #өфө #башҡортостан