Танылған башҡорт йырсыһы Линар Белый кәләш алған. Бәхетле кәләштең исеме – Айһылыу Вәлиева. Был матур яңылығы менән Линар социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. “Аллаға шөкөр! Беҙ ғаилә ҡорҙоҡ”, - тип яҙҙы ул. Линар Вәлиев Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тыуған. Шунда беренсе класҡа уҡырға барған. Линарға 9-10 йәш булғанда улар Бөрйәнгә – әсәһенең тыуған ауылы Мәҡсүткә күскән. Сәнғәт донъяһына ул Линар Белый булараҡ килеп инде. “Белый” исемен алыуын былай тип аңлата: “Барыһы ла аҡ биттән башлана, тиҙәр бит, шунан алынған һүҙ. Йәғни аҡ биттән башланған ижад”. Ә бөгөн йырсы ап-аҡ биттән яңы статустағы тормошон башлай. Йәштәргә аҡ бәхеттәр, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ! Һөйөүегеҙҙе һаҡлап, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп йәшәгеҙ! Фотолар: vk.com/linarwhite?ysclid=lozftsfjpv547379743 (Линар Белыйҙың сәхифәһенән).