Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Әйтерһең дә, беҙҙе көтөп торғандар”

Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының табип-отоларингологы Ринат Ҡунысбаев әләге көндә Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Сентябрь аҙағында медицина хеҙмәткәрҙәренең 16-сы сменаһы составында Красный Луч ҡалаһына юлға сыға. –Беҙҙе әйтерһең дә көтөп торғандар! – ти Ринат Мәғәфүр улы. –Тәүге көндә үк беҙҙе яҡшы ҡаршыланылар, урынлашырға ярҙам иттеләр. Коллегаларыбыҙ тәжрибәләре, эш үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты. Мин бында тәүге тапҡыр. Көҙгөһөн һалҡын тейеүҙәр, хроник сирҙәр ҡуҙғый. Был осорҙа минең пациенттарым да арта. Элек бында тар белгестәр менән ҙур проблема булған. Хәҙер беҙҙең табиптар ярҙамында улар ваҡытында тикшереү үтә ала, – ти табип. Ул тәүге пациентын яҡшы хәтерләй. Ир кеше хәҙер һауыға башлаған.Төп эштәренән тыш, табиптар яҡын-тирәләге тораҡтарға ауырыуҙарҙы ҡарау өсөн сыға. “Кискеһен туғандарым менән аралашам. Ғаиләнән алыҫта йәшәүгә өйрәнеүе ауыр, әммә йыш шылтыратышып тороу, хәлдәрен белешеү араларҙы яҡынайта. Ата-әсәйем эштең нисек барыуын белешеп, ҡыҙыҡһынып тора. Мин командировкаға йыйынғас, яҡындарым был аҙымымды хупланы”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Ринат Мәғәфүр улы. Ул мәктәп йылдарында уҡ ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, табип булырға ҡарар итә. Шунан алып, Ринат Ҡунысбаев үҙендә потенциал күргән яҡындарына бик рәхмәтле. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.