Найти тему
Башҡортостан гәзите

10 мең тирәһе алданған өлөшсө булған

Өфөләге Кузнецов затонындағы иң оҙаҡ төҙөлгән “Белая река” торлаҡ комплексының һуңғы секциялары сафҡа инде, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Яңы төҙөлөштөң барлыҡ майҙаны 52 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Был – 900-ҙән ашыу фатир. Яҡын айҙарҙа “В” һәм “Г” секцияларынан 426 ғаилә үҙ фатирҙарының асҡысын аласаҡ. 2020 йылдың декабрендә “А” һәм “Б” секцияларынан 515 өлөшсө үҙ торлағына эйә булғайны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың үҙ йөкләмәләрен үтәйәсәге, Башҡортостанда алданған өлөшсөләр проблемаларының мотлаҡ аҙағына тиклем хәл ителәсәге тураһында белдергәйне. 2018 йылда республикала 10 мең тирәһе алданған өлөшсө булған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан ул ваҡытта Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләгән. Бөгөн иһә республикабыҙ Проблемалы объекттар берҙәм реестрынан сығарылған объекттар һаны буйынса лидер төбәктәрҙең береһе булып тора. Биш йыл эсендә туғыҙ мең тирәһе кешенең хоҡуҡтарын тергеҙеп булған. - Республикала 1300 тирәһе кеше үҙ фатирын көтә. Республиканың, Биләмәләр үҫеше фондының һәм Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн проблемалы тип һаналған объекттарҙың төҙөлөшө йылдам бара. 2021 йылдың 1 ғинуарынан төбәктә 114 объект Проблема объекттар берҙәм реестрынан сығарылды, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов. Алданған өлөшсөләрҙең үҙ торлағына эйә булыуы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарының береһе. Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/581025/