Найти тему
Башкортостан 24

Башҡортостандан оҙатылған йөҙөнсө гуманитар конвой Донбасҡа барып етте

Юбилейлы ылауҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оҙатып барҙы. Йөк составында 28 берәмек автомобиль, 17 УАЗ, 8 нива, бронялы автомобиль, күсмә мунсалар, иретеп-йәбештереү аппараттары, маскировка селтәрҙәре, йоҡо тоҡсайҙары, тимер мейестәр, күсмә газ плитәләре, окоп шәмдәре, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, хәрбиҙәрҙең туғандары әҙерләп тултырған посылкалар тапшырылды. Хәүефле постарҙан яугирҙар гуманитар ярҙамды үҙҙәре сығып ала. Йөктө бушатыуға ла һанаулы ғына ваҡыт бүленә. Башҡортостан полкы яугирҙәренә Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары һәм Башҡортостан Башлығының исемле бүләктәре тапшырылды. Контрактсылар араһында төрлө быуын хәрбиҙәре. Әлшәйҙән "Танкист" ейән- ейәнсәрҙәренә сәләм әйтә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».