Ғаза секторы халҡына гуманитар ярҙам Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында традицион конфессиялар лидерҙары менән берлектә Палестинаның Ғаза секторы халҡына гуманитар ярҙам тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. 2023 йылдың 13 ноябренә 1 миллион 48 мең 943 һум хәйриә аҡсаһы йыйылған. 23 тонна гуманитар йөк иҫәбендә медикаменттар, яраҡлығы оҙайлы аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, көнкүреш химияһы һәм кейем-һалым тупланған. Йөктө айырып тейәү һәм махсус “паллеттар” формалаштырыуға Рәсәй һәм Башҡортостан мосолмандары диниә назараттары ирекмәндәре йәлеп ителгән. Финанс ярҙамын ҡабул итер өсөн “Иман-Башҡортосан” хәйриә фондында айырым берҙәм иҫәп асыҡ. Диниә назараттары үҙҙәренең мәғлүмәт ресурстары, социаль селтәрҙәге сәхифәләре һәм телеграм каналдары аша “Иман-Башҡортостан” хәйриә фондындағы махсус иҫәп һандарын баҫып финанс һәм гуманитар ярҙам йыйыу тураһында хәбәр итте. Ошондай уҡ иғландар республика мәсеттәрендә 10 ноябрҙә йома намаҙында яһалды. Бын