Найти тему
Башкортостан 24

Работайте, братья

   Работайте, братья
Работайте, братья

Работайте, братья

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканттары фойены моңға күмде. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан хеҙмәттәштәре — тынлы оркестр солисы, флейтасы Радик Динәхмәтовты шулай ҡаршы алды улар. Ишектәрҙе асып инеү менән уны уратып алдылар. Танылған йырсы, музыкант Радик Динәхмәтов был юлы филармонияның ҡәҙерле ҡунағы. Ваҡиғаға тағы ла нығыраҡ тантана өҫтәп музыканттар көйҙәр яңғырата. Ә ҡунаҡ иһә уларға һалдаттарса яуап бирә.Бар ғүмерен сәнғәткә бағышлаған Радик Динәхмәтов быйыл үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға алына. Әле ул генерал Таһир Күсимов ис. өсөнсө батальондың медицина взводында санитар һәм водитель булып хеҙмәт итә. Ялға ҡайтҡан һалдатты күрергә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла килеп етте. Ике аҙна ялдан һуң Радик Динәхмәтов хәрби хеҙмәттәштәре янына юллана. Ә сәхнәләш хеҙмәттәштәренән ул Радий Фәрит улына “Работайте, братья!” яҙыуы сигелгән баш кейемен тапшырыуҙарын һораны. Был төбәк башлығы әйткән һүҙҙәр ти ул. Улар хәрбиҙәребеҙгә һәм табиптарға көрәштә көс бирә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».