Ижади класс
Өфөләге 21 мәктәптең 4 класс уҡыусылары ҡала көнөнә арнап, Өфө ҡалаһы гимнына вальс бейеп, клип төшөрөргә йыйына. Өлгөлө класс хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова.Тау битендә балҡый бер ҡала, ул ҡала Өфө тип атала тигән йыр һүҙҙәренә башланғыс класс уҡыусылары вальс бейей. Йырҙы дүртенсе класс уҡыусыһы Айлин Ҡәйүмова йырлай.Был вальс менән татыу, ижади класс Ҡазан ҡалаһында үткән конкурсҡа ла барып, матур сығыш яһап ҡайта.Класстың репертуарында башҡа милләт бейеүҙәре лә бар. Уҡыусыларға бейеүҙе ритмика уҡытыусыһы Резеда Низаметдинова ҡуя. Талантлы балаларға әлбиттә ата-әсәләр бар яҡлап ярҙам итә.Төрлө милләт вәкилдәре уҡыған ҙур класста төрлө халыҡ бейеүҙәрен һәм йырҙарын өйрәнәләр. Һәр яңы бейеүгә яңы костюмда тегәләр.Балаларының үҙ ара татыу булыуына һәм ижадҡа һөйөү уятыуына ата- әсәләр класс етәксеһенә ҙур рәхмәт белдерә.Мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу, балаларға телде, мәҙәниәтте өйрәтеп тәрбиә биреү төп маҡсаттарҙың береһе ти класс етәксеһе.Дәртле, татыу, талантлы балалар ҡала көнөнә матур клипты яҙ еткәс, Өфөнөң иң матур урындаранда төшөрөү хыялы менән йәшәй.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».