Баҡалы районының Яңы Маты ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Район хакимиәте башлығы Олег Ефимов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин, ауыл биләмәһе башлығы Татьяна Кудряшова ауылдаштарҙы тантаналы шарттарҙа яңы медицина учреждениеһының сафҡа индерелеүе менән ҡотланы. Бина бөтә тейешле стандарттарға яуап бирә, планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар. Һыу һәм электр уты менән тәьмин итеү, канализация системалары үткәрелгән. Медицина пунктына юғары квалификациялы категорияға эйә фельдшер, ауыл биләмәһе депутаты Гөлнара Уршеева етәкселек итә. Ул Яңы Матыла утыҙ йылдан ашыу йәшәй һәм эшләй, ауылдаштарының абруйын ҡаҙанған. –Тәүге медик-санитария ярҙамын Яңы Маты, Ворсинка, Петровка һәм Красная Горка ауылдары халҡы аласаҡ. Йәмғеһе 246 кеше. Яңы модулле ФАП халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы мөмкинлектәренән файҙаланырға булышсаҡ, – тип билдәләне