Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәйәхәт балаларҙы дәртләндерҙе

12-13 ноябрҙә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының “Мәктәп туризмы” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Шишмә ҡасабаһындағы 4-се урта мәктәптең 5-9 кластарында уҡыған 50 бала баш ҡалабыҙ Өфөлә булды. Уңайлы автобусты уларға “Сикһеҙ донъя” туристик агентлығы биргән. Уҡыусылар баш ҡаланың иң билдәле урындарында: Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле, “Ете ҡыҙ” фонтанында булды. Шулай уҡ “АРТ-КВАДРАТ”та булғандар, кинотеатрҙа “По щучьему велению” фильмын ҡарағандар. “Сикһеҙ донъя” туристик агентлығының экскурсоводы Елена Карпова балаларға Өфө, республика, арҙаҡлы кешеләр тураһында бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләгән. Ике көнлөк сәйәхәт лимонарийға экскурсия менән тамамланған һәм балаларғак бик оҡшаған. – Бер балаға тур – 7 мең һум тора. Оҙайлығы – тәүлектән дә әҙ булырға тейеш түгел. Юл йөрөү, туҡланыу, ҡунаҡханала урынлашыу, экскурсиялар – барыһы ла бушлай. Был сара балалар күңелендә тик яҡты тәьҫораттар ҡалдырған һәм артабан да тыуған республикабыҙҙың матур урындарын, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә дәртләндергәндер тип ышанабыҙ, – тине Шишмә районының мәғариф бүлеге идаралығы начальнигы Зилә Ямалетдинова. Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Шишмә районы хакимиәте.