Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Мәжит" бер нисә миҙалға лайыҡ булған!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Хәйбулла районынан "Мәжит" позывнойлы яугир бер юлы бер нисә дәүләт наградаһына лайыҡ булған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Махсус хәрби операция зонаһынан даими рәүештә хәйбуллаларҙың хәрби ҡаҙаныштары тураһынды хәбәрҙәр килә. "Мәжит" позывнойлы яҡташыбыҙ бер нисә дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән: Ватанды һаҡлағанда хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлығы, фиҙаҡәрлеге һәм шәхси батырлығы өсөн ул Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Уға шулай уҡ 2-се дәрәжә "Хәрби батырлыҡ" һәм "428-се Хәрби көстәр мотоуҡсылар полкы өсөн" миҙалдары бирелгән. "Мәжит", йөҙләгән башҡа яҡташтарыбыҙ кеүек үҙен батырҙарса, Ватаныбыҙҙың ҡыйыу һаҡсыһы итеп күрһәтте. Уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең егеттәр менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ", -тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Афарин, Хәйбулла яугиры! Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән