Дүртөйлө ҡалаһындағы Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең “Грация” бейеү коллективы “Урал таланттары” Халыҡ-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Сара “Таланттар иле” ижадты үҫтереү фонды ярҙамында Өфө ҡалаһында үтте. Шуныһын билдәләр кәрәк, “Грация” коллективы “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты ярҙамында булдырылған. “Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү, һәләтле балаларға ярҙам итеү һәм уларға таланттарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлек биреү, ижади коллективтарға оҫталыҡтары кимәлен арттырыу – конкурс үҙенең алдына ошондай бурыстар ҡуйҙы”, – тине коллективтың педагогы Әлиә Фәсхетдинова. Конкурска балалар өс сағыу сығыш әҙерләгәйне. Ул “Сәскәле ялан” башҡорт бейеүе (7-8 йәш), “Ҡуянҡайҙар” бейеүе (9-10 йәш) һәм “Ураҡ” рус бейеүе (13-15 йәш). Бөтә өс номер ҙа коллективҡа призлы урындар килтергән – улар ике өсөнсө дәрәжә һәм бер беренсе дәрәжә дипломына лайыҡ булған. Педагогтары Әлиә Фәсхетдинова балаларҙы профессиональ кимәлдә әҙерләгәне өсөн рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.