Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әҙәбиәт донъяһы Азат Абдуллин менән хушлашты

Яҙыусыны һуңғы юлға Мәскәүҙә оҙаттылар 14 ноябрҙә Мәскәүҙә башҡорт яҙыусыһы, драматург һәм публицист Азат Абдуллинды һуңғы юлға оҙаттылар. Ул 11 ноябрҙә 93 йәшендә мәрхүм булды. Васыятына ярашлы, уны Мәскәүҙең Востряков зыярында ерләнеләр. Азат Абдуллин 1930 йылдың 29 июнендә Ейәнсура районының Үрген ауылында тыуған. Әҙәби юлын 1963 йылда “Онотма мине, ҡояш!” пьесаһы менән башлап ебәрә. Ул СССР-ҙың күп кенә театрҙары тарафынан сәхнәләштерелә, башҡорт һәм рус телдәрендә ҡуйыла. Азат Абдуллин “Ун өсөнсө председатель” әҫәре менән айырыуса киң билдәлелек яулай. Ул донъяның 35 илендә ҡуйыла, Мәскәүҙең Вахтангов исемендәге театры сәхнәһендә бара. Драматургтың бынан тыш пьесалары ла драматургия сәнғәтенең бай мираҫына әйләнә. Азат Абдуллин – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Пьесаларын, повестарын башҡорт әҙәбиәтен һөйөүселәр ҙә үҙ итә. Яҙыусы менән хушлашырға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, РФ Президенты ҡарамағындағы БР-ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин һәм башҡалар килде. Улар барыһы ла яҙыусы тураһында йылы хәтирәләр, ижады хаҡында матур фекерҙәр менән уртаҡлашты. Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.