Тиҙҙән Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тула. Ошо билдәле дата уңайынан баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү һәм күркәмләндереү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла. Әлбиттә, мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – ҡалала күп итеп үҫентеләр ултыртыу. "Өфө ҡалаһын йәшелләндереү" тигән темаға брифингта Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре эшселәре алдына амбициоз бурыстар ҡуйылған. 45 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫентеһе ултыртыу - шуға асыҡ миҫал. Был тәңгәлдә әлегә эштәр тамамлаған тиһәң дә була, сөнки 2024 йылда тағы ла өс мең генә ағас һәм ҡыуаҡ ултыртһалар, бурыс үтәлде тигән һүҙ. Йүкә, алмағас, миләш, ҡайын, шыршы, ҡарағай һәм башҡа ағастар ултыртыу дауам итә. Ысынлап та, Өфө ҡалаһы көндән-көн күркәм төҫ ала бара. Уға яуаплы ойошмаларҙың ҡороған һәм ҡартайған ағастарҙы киҫеп ташлауына күнегеп тә бөттөк шикелле. Уларҙың хәүеф тыуҙырыуын телгә алыу артыҡ. Көслө ел йәки күп итеп ҡар яуғанда ағастарҙың һын