Рәмилә Ниғәмәт ҡыҙы Вәлишина – сығышы менән Ғафури районының Игенйылға ауылынан. Ул – махсус хәрби операцияға ике улын оҙатҡан әсәй. Мин уның менән быйыл яҙ Красноусол ауылында танышҡайным. Әсә улы Земфирҙың хәлен белешергә килгәйне. Ә ул махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан ине. Рәмилә Ниғәмәт ҡыҙы йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Игенйылға ауылында Маһира менән Ниғәмәт Мәҡсүтовтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ете малай һәм берҙән-бер ҡыҙ буй еткергәндәр. Ә атайҙары Ниғәмәт Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, лейтенант, орден-миҙалдар кавалеры булған. Бер бөртөк ҡыҙ бала булһа ла, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы ла, ауыл ерендәге барлыҡ эштәрҙе лә атҡарырға тура килә – икмәген дә бешерә, һыйыр һауа, сөгөлдөр утай, бесән саба. Игенйылға һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡып белем алғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһын тамамлай һәм тегенсе һөнәренә эйә була. Тап ошо йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Ғилмитдинде осрата. 1975 йылда улар өйләнешә һәм бер йылдан һуң ҡыҙҙары Рузилә тыуа. Ҡул