“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы йыл буйы республикабыҙ төбәктәре буйлап "Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә” проекты менән сәйәхәт итә. Кисә, 13 ноябрҙә, тағы бер осрашыу булды, ул Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында үтте. Район мәҙәниәт һарайының ҙур залы яҡшы музыканың бәҫен белгән радио дуҫтары менән шығырым тулы ине. Улар араһында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр, һәләк булған батырҙарҙың әсәләре, ғаиләләре бар ине. Был осрашыуҙы ойоштороусыларға һәм “Теге өсәү” проектын алып барыусыларға тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәне. Популяр йырсылар Ғ. Ильясов, Д. Сәйетова, В. Юлгилдина, З. Нагаева, И. Ғәзизов, С. Билалов, Г.Аҫылбаева, Ю. Һағынбаев, Ян Лира, игеҙәк Юнысовтар, А. Килдейәрова, И. Рамаҙанов радио хеҙмәткәрҙәренә йылы мөхит тыуҙырырға ярҙам итте. – “Юлдаш” радиоһы менән был осрашыуҙы күптән көттөк. Беҙҙе яңылыҡтар менән таныштырған, көй-моң менән шатландырған, кәйефте күтәргән кешеләрҙе күреү-ишетеү һәр саҡ ҡыуаныслы. Туған радиобыҙҙы тыңланыҡ һәм тыңларбыҙ. Беҙ бергә, Юлдаш! – Илеш районы хакимиәте вәкиле И. В. Никифоров һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Р. Ф. Әхмәҙиев байрамдың йылы мөхитен шундай һүҙҙәр аша еткерҙе. Тыңлаусыларыбыҙға ихлас шатлыҡтары, йылы ҡаршы алыуҙары һәм берҙәмлек мөхите булдырғандары өсөн рәхмәт. Башҡа райондарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән киләһе осрашыуҙарҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, сөнки йыр менән бергә бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырыбыҙға ышанабыҙ”, – тип яңылыҡтары менән уртаҡлашты радиолағы коллегаларыбыҙ. Сығанаҡ, фото: “Юлдаш” радиоһы.