Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үҙе аварияла йәрәхәтләгән ҡыҙға өйләнгән

Ғәҙәттә, аварияларҙың һөҙөмтәһе күңелһеҙ: кеше йәрәхәтләнә, һаулығы менән проблемалар башлана, төрлө судтар үтә. Ә бөгөн бәйән итәсәк осраҡ... туй менән тамамланған. Был турала “Башҡортостан” ДТРК-һы хәбәр итте. Өфөлә бер көндө авария була. Әҙилә исемле ҡыҙ тыуған көнөн билдәләйем тип әхирәттәре менән кафеға такси алып китеп барған саҡта, улар ултырған машинаға икенсе автомобиль килеп бәрелә. Һөҙөмтәлә, иң нығы Әҙиләгә эләгә, ул етди генә итеп йәрәхәтләнә. Уны дауаханаға алып китәләр. Аварияла ғәйепле Илназ ҡыҙҙың хәлен белер өсөн дауаханаға бара. “Илназ мине тәүҙә “ҡыйшайып” бөткән килеш күрҙе. Ә дауаханаға килгәнендә минең сәсем дә, ҡашым да юҡ ине, шуға бик оялдым. Ул миңә ҡарай, ә миңә оят. Тәүге осрашҡан көндө ул минең башымды йыуҙы”, – тип хәтерләй ҡыҙ. Улар яйлап яҡыная башлай. Күптәр йәштәрҙең мөхәббәтенә ышанмай. Дуҫтары Әҙиләне кире уйлатырға тырыша, имеш Илназ енәйәт яуаплылығынан ҡурҡҡан өсөн генә уның менән осраша тиҙәр. “Тик уны барыбер ултыртмаҫтар ине, мин бит үлмәнем.

Ғәҙәттә, аварияларҙың һөҙөмтәһе күңелһеҙ: кеше йәрәхәтләнә, һаулығы менән проблемалар башлана, төрлө судтар үтә. Ә бөгөн бәйән итәсәк осраҡ... туй менән тамамланған. Был турала “Башҡортостан” ДТРК-һы хәбәр итте. Өфөлә бер көндө авария була. Әҙилә исемле ҡыҙ тыуған көнөн билдәләйем тип әхирәттәре менән кафеға такси алып китеп барған саҡта, улар ултырған машинаға икенсе автомобиль килеп бәрелә. Һөҙөмтәлә, иң нығы Әҙиләгә эләгә, ул етди генә итеп йәрәхәтләнә. Уны дауаханаға алып китәләр. Аварияла ғәйепле Илназ ҡыҙҙың хәлен белер өсөн дауаханаға бара. “Илназ мине тәүҙә “ҡыйшайып” бөткән килеш күрҙе. Ә дауаханаға килгәнендә минең сәсем дә, ҡашым да юҡ ине, шуға бик оялдым. Ул миңә ҡарай, ә миңә оят. Тәүге осрашҡан көндө ул минең башымды йыуҙы”, – тип хәтерләй ҡыҙ. Улар яйлап яҡыная башлай. Күптәр йәштәрҙең мөхәббәтенә ышанмай. Дуҫтары Әҙиләне кире уйлатырға тырыша, имеш Илназ енәйәт яуаплылығынан ҡурҡҡан өсөн генә уның менән осраша тиҙәр. “Тик уны барыбер ултыртмаҫтар ине, мин бит үлмәнем. Бөтәһе лә, кәрәкмәй, осрашма тине. Был минең тормошом, үҙем хәл итәм тинем. Ул миңә дауаланыр өсөн күп кенә аҡса ебәрҙе һәм аҙаҡ та ярҙам итәсәкмен тине”, – тип һөйләй ҡыҙ. Әҙилә дауахананан сығыуға йәштәр өйләнешергә була. Әле никах уҡытҡандар. Яңы ғаиләнең пландары ҙур – яңы фатирҙа ремонт тамамларға, үҙ эштәрен асырға, балалар үҫтерергә. Шулай, күңелһеҙ хәлдәр ҙә бәхетле тамамлана. Йәштәргә бәхет теләйбеҙ! Фото:"Башҡортостан" ДТРК-һы.