Һәр әсәйҙең яратҡан гөл-сәскәһе бар. Кемдер – алһыу раузалар, кемдер ялан сәскәләрен оҡшата. Шул уҡ ваҡытта ошо гүзәл зат вәкилдәренең үҙҙәрен дә ниндәйҙер сәскә менән тиңләштерергә мөмкин. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста Салауат районы Комсомол ауылынан ҡатнашҡан Гөлшат Рафинат ҡыҙы Йомағужинаны иһә хас гөлйемеш кеүек сағыу, тау-таш араһында үҫкән умырзаялай ҡыйыу, тәүәккәл. Бынан тыш, ул тырыш, ныҡыш, маҡсатлы, әйткән һүҙендә торор, хатта ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатын... Гөлшат Йомағужинаның төп байлығы, ғорурлығы – балалары. Улар тураһында һөйләгәндә уның күҙендә нурҙар сағылып киткәндәй. Биш бала әсәһе ул. Әле лә уңған әсәй бала сағындағы кеүек гөл-сәскәләр, төрлө йәшелсә-емеш үҫтерергә ярата. Уңған әсәнең өлкән ҡыҙы Гөлназ ире Илмир менән Янғантауҙа йәшәй. Ангелина, Оливия исемле сәскә кеүек ҡыҙҙар һәм батыр Ибраһимды тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы әле – махсус хәрби операцияла. Уның һәм башҡа ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуын, донъя