Билдәле тележурналист, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзия Кәримова 10 ноябрҙә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шәхси тормошондағы ваҡиға тураһында яҙған. "Ошо туй күлдәгенең эскизын үҙем һыҙғылап тектергәйнем. Ул ваҡытта инә һалып ҡарарға интернетлы компьютер йә кеҫә телефоны юҡ. Фантазия еткәнсә әтмәләгән булғайным. Милли стилдә булһын, әммә сәхнә кейеменән айырылып торһон тип. Материалы ла дефицит заман бит әле, еләндең яурын башына, итәк осона ҡауырһынды, тәңкәләрҙе саҡ таптыҡ. Шул ваҡиғаларға 23 йыл да үтеп киткән, ғүмер тигәнең күҙ асып йомған ара. Бөгөн берилл туй!" - тип уртаҡлашҡан ул. Был яҙма халыҡта бик ҡыҙыҡһындырыу уятты, күп фекерҙәр һәм теләктәр яҙғандар. Улар араһында "Ниндәй матур булған, заманында бик "модный " булған, ундай күлдәктәр булмаған инде. Артабан да иңгә иң терәп, матур ғүмер итегеҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын", "Бәхет килтергәс булған, тиң, матур йәшәүгә бер нәмәлә етмәй", "Иң тәүге булып һеҙ милли стилдә туй күлдәг
Ошо туй күлдәгенең эскизын үҙем һыҙғылап тектергәйнем...
14 ноября 202314 ноя 2023
2
1 мин