Башҡортостанда 2024 - 2028 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың күпмегә артыуы билдәле булды. Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында баҫылған. Үҙгәрештәр киләһе йылдың 1 июленән көсөнә инә. Республикала коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың сикләнгән үҫеше 10,9 процент тәшкил итәсәк. Айырым ҡала һәм райондар буйынса тайпылыш 4,9 проценттан артмаясаҡ. Тарифтарҙың Байкал арты крайында 15 процентҡа тиклем артыуы көтөлә. Иң түбәне Хакасияла, ни бары –дүрт процент. Фото: https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-14/federalnyy-tsentr-ustanovil-dlya-bashkirii-predelnyy-indeks-izmeneniya-platy-za-zhku-v-2024-godu-3519086