Алтынды законһыҙ йыуыусы сираттағы компания фаш ителде Башҡортостан властары алтынды законһыҙ йыуыусы сираттағы компанияны фаш итте. Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған Файҙалыҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия Учалы районында 15 йыллап намыҫһыҙ эшмәкәрлек алып барған “Альтинвест” һәм уның подрядсыһы “Гасадд” ойошмалары эшмәкәрлеген туҡтатыуға өлгәште. 2021 йылда уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙһыҡһына башлағас та һары алтындың “ҡара бысрағы” өҫкә ҡалҡып сыға. Бер йылдан лицензия тартып алына. Былтыр көҙ уларға ҡарата Енәйәт эше ҡуҙғатыла, быйыл февраль айында Учалы район судының рекультивация тураһындағы ҡарары ғәмәлгә инә. Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Күптән башларға кәрәк ине... рекультивация эштәрен. Тик уның урынына Ураҙ ауылы эргәһендәге ерҙә әле булһа алтын йыулар булһа кәрәк. Шулаймы юҡмы тигән һорауға яуап ҡыҫҡа...Яуапһыҙ ҙа аңлашыла, суд ҡарары буйынса йыл башында уҡ Ураҙ ауылы эргәһендәге вәхшиҙәрсә аҡтарылған ерҙәрҙе тергеҙеп уны йәшелләндереү эштәре башланырға тейеш