Башҡорт һылыуҙары донъяның төрлө матурлыҡ конкурстарында ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Һиндостанда «Мисс Азия-2023» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы үтә. Азияның һылыуҡайҙар конкурсында йыл да Ҡытай, Корея, Япония, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Төркиә, Шри-Ланка, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән ҡыҙҙар ҡатнаша. Улар өсөн бик күп оҫталыҡ дәрестәре, репетициялар, экскурсиялар, фото төшөүҙәр ойошторола. Башҡортостан исеменән «Мисс Башҡортостан -2023» һәм "1-се вице-Мисс Азия-Себер" еңеүсеһе Илүзә Иҫәндәүләтова сығыш яһай. Ҡыҙға 22 йәш, Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Конкурсҡа Илүзә ижади номер әҙерләй, башҡорт милли кейемендә һәм киске күлдәктә дефиле күрһәтә. Уңыштар һиңә, Илүзә! Фото: "Башинформ"