Баҡалы районының Яңы Балыҡлы ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ауылдаштарҙы әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотларға Баҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин һәм район хакимиәте башлығы Олег Ефимов килде. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Яңы Балыҡлы һәм Емеш-еләк ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. 650 кешенең сәләмәтлеген 32 йыл хеҙмәт стажы булған фельдшер Жанна Үлмәсова хәстәрләйәсәк. Элек халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында күрһәтелде. – Заманса йыһазландырылған медицина пунктында ауылдаштар диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата аласаҡ. Яңы бинаның файҙаланыуға тапшырылыуы айырыуса аҙ хәрәкәтләнеүсән һәм оло йәштәгеләр өсөн уңайлы, – тип билдәләне Зәбир Ғиздәтуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡ