Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Айыу талаған вахтасыларҙың хәле нисек?

Яҡутстанда вахтасыларға айыу һөжүм итеп, ике ир-егетте ныҡ яралауы тураһындағы яңылыҡ һәм ошо хәбәргә бәйле видеояҙмалар бөтә социаль селтәрҙәрҙә, интернет сайттарҙа таралды. “РусГазБурение” йәмғиәтендә эшләгән вахтасылар эттәрҙең тынысһыҙланыуын ишетеп, урамға сыға һәм биләмәгә айыу яҡынлауын күрә. Улар төрлөсә тауыш сығарып, айыуҙы ҡыуып ҡарай. Тап шул ваҡытта бер вагондан ихатала нимә булып ятҡанын белмәгән ир килеп сыға һәм айыу уға артҡы яҡтан һөжүм итеп, эләктереп тә ала. Ирҙәр төрлөсә ҡурҡытып, янғын һүндереү баллондары ҡулланып, зыян күреүсене йыртҡыс тырнағынан тартып алыуға өлгәшә. Әммә ҡуҙғыған айыу икенсе вахтасыны эләктерә. Күмәк көс менән уны ла тайыштабандан аралайҙар. Ир-егеттәрҙең икеһе лә бик етди яралар ала. Уларҙың башы, аяҡ-ҡулдары йәрәхәтләнгән. Икеһен дә шунда уҡ Витимск дауаханаһына оҙаталар һәм операция эшләйҙәр. Артабан вахтасыларҙы махсус борт менән Мәскәүгә, Склифосовский исемендәге дауаханаға алып киләләр. Бөгөн айыуҙан таланған ирҙәрҙең икеһенең дә хәле у

Яҡутстанда вахтасыларға айыу һөжүм итеп, ике ир-егетте ныҡ яралауы тураһындағы яңылыҡ һәм ошо хәбәргә бәйле видеояҙмалар бөтә социаль селтәрҙәрҙә, интернет сайттарҙа таралды. “РусГазБурение” йәмғиәтендә эшләгән вахтасылар эттәрҙең тынысһыҙланыуын ишетеп, урамға сыға һәм биләмәгә айыу яҡынлауын күрә. Улар төрлөсә тауыш сығарып, айыуҙы ҡыуып ҡарай. Тап шул ваҡытта бер вагондан ихатала нимә булып ятҡанын белмәгән ир килеп сыға һәм айыу уға артҡы яҡтан һөжүм итеп, эләктереп тә ала. Ирҙәр төрлөсә ҡурҡытып, янғын һүндереү баллондары ҡулланып, зыян күреүсене йыртҡыс тырнағынан тартып алыуға өлгәшә. Әммә ҡуҙғыған айыу икенсе вахтасыны эләктерә. Күмәк көс менән уны ла тайыштабандан аралайҙар. Ир-егеттәрҙең икеһе лә бик етди яралар ала. Уларҙың башы, аяҡ-ҡулдары йәрәхәтләнгән. Икеһен дә шунда уҡ Витимск дауаханаһына оҙаталар һәм операция эшләйҙәр. Артабан вахтасыларҙы махсус борт менән Мәскәүгә, Склифосовский исемендәге дауаханаға алып киләләр. Бөгөн айыуҙан таланған ирҙәрҙең икеһенең дә хәле уртаса ауырлыҡта, тотороҡло тип баһалана. Улар был көндө икенсе тыуған көндәре тип атай. Әйткәндәй, вахтасыларҙың береһе – Удмурт Республикаһынан 46 йәшлек Иван Б., ә икенсеһе Башҡортостандан 37 йәшлек Эльдар Г. булып сыҡты. Уларға һөжүм иткән айыуҙы атырға тура килгән. Фото: РусГазБурение