Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бауырһаҡтың да сере бар

Мәсетле районы башҡорттары төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә халыҡ йолаларын ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Һөләймән ауылында бик матур сара үткән. “Башҡорттар өсөн бауырһаҡ аҙыҡ-түлек кенә түгел, ә күпкә тәрәнерәк мәғәнәғә эйә. Күп кенә халыҡ йолалары нигеҙендә шул фекер ярылып ята. Мәҫәлән, борон-борондан йәш килен төшкән йортҡа килен күстәнәсе – бауырһаҡ килтереү йолаһы бар. Бауырһаҡтың ниндәй булыуынан сығып, киленде һынар булғандар. Ныҡ ваҡ икән: "Был ваҡсыл, һаран", – тигәндәр. Әгәр, киреһенсә, ныҡ эре булһа: "Ялҡауланып киҫкән", – тип һығымта яһағандар. Шуға күрә йәш киленсәк бауырһаҡты бер иш ҙурлыҡта ҡырҡырға тырышҡан. Аҙаҡтан ошо килен күстәнәсе менән ауылдың бар ҡатын-ҡыҙын йыйып, һыуға барып, килен сәйе үткәргәндәр. Килен сәйендә маҡтай- маҡтай бауырһаҡты тәмләгәндәр. Уҫалыраҡтары, төртмә телләнеп: "Әллә ярылып бешкәндәре лә бармы, ҡайҙа ҡарайым әле," – тип, әйткеләп тә алғылаған. Ошо ябай ғына йолаларҙа күп мәғәнә табырға була. Һәр кемдең холоҡ-фиғеле лә асыҡ сағыла. Һөләймән ауылы ағинәйҙәре боронғо йолаларҙы иҫкә төшөрөп, Әминә апайҙың йортонда бауырһаҡ бешерҙе. Рәзилә апай өйрәткән рецепт буйынса бауырһаҡ бик тәмле булды”, – тип яҙа һөләймәндәр. Әйткәндәй, был ауыл "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһендә ҡатнаша. Фото: Мәсетле районы башҡорттары төркөмөнән.