“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә Өфөлә III “Таланттар ваҡыты” Асыҡ республика инструменталь башҡарыу конкурсы үтте. Конкурс урта махсус музыка колледжы, Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә үтте. Унда Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән музыка мәктәптәрендә, балалар сәнғәт мәктәптәрендә белем алған 200 бала ҡатнашты. Яңғыҙ башҡарыусылар өсөн конкурс тыңлауҙары өс йәш төркөмөндә ете номинацияла үткәрелде. Жюри составына З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессорҙары, урта махсус музыка колледжы уҡытыусылары инде. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләне: конкурстың гран-приһына Өфө ҡалаһындағы Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Самира Арыҫланова лайыҡ булды. 14 бала – беренсе дәрәжә, 25 бала – икенсе дәрәжә һәм 60 бала өсөнсө дәрәжә лауреаттары булып танылды. 65 конкурсант дипломант булды һәм 31 кеше ҡатнашыу өсөн диплом менән бүләкләнде. Шулай