Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар яҡташтары тураһында күберәк белде

“Мәғариф” милли проектының “Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Дәүләкән ҡалаһындағы 3-сө башҡорт гимназия-интернатында хәтер һәм ҡаһарманлыҡ дәресе үтте. Ул яҡташтары, Советтар Союзы Геройы Николай Матвеевич Бусаргиндың тыуыуына 104 йыл тыуыуына арналды. Сараны ғаилә, балалар һәм йәштәргә ярҙам үҙәге менән Дәүләкән район ветерандары ойошмаһы үткәрҙе. Дәрес үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, илебеҙҙең үткәненә хөрмәт, яуаплылыҡ хисе һәм Тыуған илебеҙҙ өсөн милли ғорурлыҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгән ине. Балаларға Дәүләкән районының Покровка ауылында тыуған Николай Матвеевичтың биографияһын, хәрби ҡаҙаныштары тураһында һөйләнеләр. Осрашыу барышында нимә ул героизм, Тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ икәнлеген тикшерҙеләр. Һүҙ тарихҡа инеп ҡалған батырҙар тураһында ғына түгел, ә бөгөнгө геройҙар тураһында ла барҙы. Шулай уҡ балаларға яҡташтары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, маскировка селтәрҙәре үреү һәм снайпер кейемдәре әҙерләү тураһында һөйләнеләр. Аралашыу бик йәнле килеп сыҡты, балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм һорауҙар бирҙе. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.