Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә “ИНМАН” акционерҙар йәмғиәтенең үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Улар төрлө ауырлыҡтағы йөктәрҙе күтәреүгә иҫәпләнгән кран-манипуляторҙар сығарыуҙа махсуслаша. Предприятиеның генераль директоры Виталий Пилацкий һөйләүенсә, етештереүҙе 1992 йылда нефть компаниялары башланғысы менән асҡандар. Уларҙа ватан механизация сараларында юғары ихтыяж була. Эш осоронда Ишембай майҙансығында техника ассортиментын үҫтереү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн бер нисә инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Әле “ИНМАН” йылына ике меңгә тиклем кран-манипуляторҙар етештерә. Шул уҡ ваҡытта сит ил комплектлаусылары өс проценттан артмай. Быйыл октябрь аҙағында предприятиела файҙаланыуға 455 квадрат метр майҙанлыҡ яңы цех тапшырылған. 2024 йылда йыйыу етештереүен төҙөкләндерергә һәм ҡорамалдарҙы яңыртырға планлаштыралар. Виталий Пилацкий әйтеүенсә, предприятиены үҫтереү яңы кадрҙар йәлеп итеүҙе талап итә. Әле бында 500 кеше эшләй, уларҙың эш хаҡы айына 90 мең һум тәшкил итә. – Иң кәрәкле белгестәр – һанлы идара итеү программалы станоктар операторҙары, көйләүселәр, слесарҙәр һәм иретеп йәбештереүселәр, – тине директор. – Быйыл августа предприятие майҙансығында 25 кешелек уҡыу үҙәге булдырҙыҡ һәм кәрәкле ҡорамалдар ҡуйҙыҡ. Һеҙҙән ихтыяж ҙур булған белгеслектәр буйынса республика колледждарында бюджет урындарын арттырыуҙы һорайбыҙ. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә был мәсьәләне республиканың сираттағы урта һәм һөнәри белем биреү советы ултырышына индерергә ҡушты. – “ИНМАН” – ҙур, юғары технологиялы предприятие. Һеҙҙең уңыштарға ҡыуанабыҙ. Предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеүгә килгәндә, киләһе йылда уҡ ҡабул итергә кәрәк сараларҙы тикшереүҙе һорайым. Шул иҫәптән колледждарҙа бюджет урындарын арттырыу мәсьәләһен дә, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.