2024 йылда Башҡортостан бөтә мәшғүллек үҙәктәрен яңыртасаҡ. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне. Яңы офистар “Рәсәй эше” кадр үҙәктәре форматында эшләйәсәк. Яңыртыуҙы федераль министрлыҡ проекты сиктәрендә башҡарасаҡтар. Конкурс һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан пилот төбәктәр иҫәбенә инде. Был маҡсатта 760 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән ил бюджетынан – 426 миллион һум. Федераль үҙәк белгестәре әйтеүенсә, был илдәге иң ҙур сумма. Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн мәшғүллек үҙәктәренең берҙәм Республика үҙәге булдырылған, уның 68 филиалы Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарында эшләйәсәк. Муниципалитеттарҙа үҙәктәр өсөн урын әҙерләнгән һәм унда эшләр өсөн 700 белгес уҡытылған. Биналарҙа ремонт башҡарыласаҡ, улар “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса эш итәсәк. Килеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, улар һанлы сервистар менән файҙалана аласаҡ. Инвалидтар ҙа унда еңел инәсәк, балалар мөйөштәре эшләнәсәк. 23 кадр үҙәге яңы модулле биналарҙа урынлаша. Ленара Иванова әйтеүенсә, бындай тәүге үҙәктәр Дыуан районында һәм Сибай ҡалаһында асыла. Радий Хәбиров республиканың мәшғүллек үҙәге хеҙмәте эшмәкәрлеген юғары баһаланы, кадр үҙәктәрен комплекслы яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.