Найти тему
Башҡортостан гәзите

Взвод командиры урынбаҫары "Бабай" менән осраштыҡ

Илебеҙ һынылышлы мәлдә ҡалғанда беҙҙең башҡорт халҡы һәр ваҡыт берҙәм рәүештә иңен ҡуйған, дәүләтселекте, дөйөм именлекте яҡлап, ҡулына ҡорал да алған. Ата-олатайҙарыбыҙға хас яусыл холоҡ, ғәййәрлек бөгөн дә юғалмаған. Махсус хәрби операция башланғас, республикабыҙҙа бер-бер артлы ирекле батальондар төҙөлөүе, Башҡортостан полкы барлыҡҡа килеүе, бихисап ир-егеттәребеҙҙең үҙ теләге менән контракт төҙөп, ил һағына баҫыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Махсус хәрби операция биләмәһенән ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән аралашҡанда “Ниндәй маҡсат, сәбәп менән унда юлландығыҙ?” тигәнгә күптәр, “Әгәр мин бармаһам, кем? Яңы 18-е тулған йәш егеттәрме?” тип, һорауға һорау менән яуап бирә. Ошо көндәрҙә МХО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Бабай (позывнойы) редакциябыҙға осрашыуға килгәс, уға ла әлеге һорауҙы бирҙек. Ул да Таһир Күсимов исемендәге ирекле штрумлау батальонына яҙылыу ҡарарын шундай уй-ниәттән ҡабул итеүен әйтте. “Махсус хәрби операция башланғас, иң тәүҙә улым теләк белдерҙе. Уның менән бергә барыу теләге уянды. Улым – сәләмәтлек йәһәтенән, мин йәшемдең оло булыуы арҡаһында үтмәнем. Шулай ҙа хәрби комиссариатҡа бер нисә тапҡыр барып ҡараным. Бер мәл телевизор ҡарап ултырғанда, “55 йәшкә тиклемгеләр ирекле батальонға саҡырыла” тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым һәм, миңә бит 55 йәш яңы тулды тип, икенсе көнөнә үк комиссариатҡа юлландым”, – тип һөйләне “Бабай”. Ғәҙәти тормошта ул күптән инде үҙ урынын тапҡан, ярайһы уҡ ҙур вазифа биләгән кеше була. Әрме хеҙмәтен, ете айлыҡ сержант мәктәбен үткән. “Күңелдә армия тураһында һәр ваҡыт ныҡ яҡшы, матур тәьҫораттар һаҡланым, шул мәлдәрҙе һағынып иҫкә ала инем. Бәлки шул да хөрби операцияға юлланыу теләген көсәйткәндер”, – ти яугир. Бөгөн – ул взвод командиры урынбаҫары, өлкән сержант. Ул хеҙмәт иткән штурм бригадаһы һәр ваҡыт – алғы һыҙыҡта. Ҡаршы яҡтың позицияларын алғанда дошман менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә. Бында иң мөһиме – берҙәмлек, бер-береңде ым-ишаранан, күҙ ҡарашынан аңлау. Шулай уҡ эске ныҡлыҡ, хәрби рух бик ҙур роль уйнай, ти әңгәмәсем. “Бабай” һөйләгән ваҡытта махсус тәғәйенләнештәге отрядтар, ябай итеп әйткәндә, спецназ тураһындағы фильмдар күҙ алдына баҫа. Әңгәмә барышында ул башҡа төбәк яугирҙәренең башҡорт батальондарына айырым хөрмәт, хатта бер ни тиклем көнләшеү менән ҡарауын, тәьминәт йәһәтенән бер ниндәй проблемаларҙың булмауын бер нисә тапҡыр билдәләне. Бының өсөн республика етәкселегенә, айырыуса Радий Хәбировҡа рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе. Сит өлкә егеттәренең тап беҙҙең батальондарҙа хеҙмәт итергә теләк белдереүе лә күп нимә тураһында һөйләй. “Нисек унда, ауырмы?” – тигән һорауға яуабы ла ысын ир-егеттәрсә яңғыраны: “Еңел тип әйтеп булмай. Әммә, нимә генә тимәһендәр, беҙ дөрөҫ юлдабыҙ. Был хәрби операция – ысын ир-егеттәр эше. Беҙҙең ваҡыт килде һәм еңеү ҙә, ғәҙеллек тә беҙҙең яҡта буласаҡ”. ӘЙТКӘНДӘЙ Махсус хәрби операция барышында Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәр кем дәүләттән 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр түләнгән аҡсалата ярҙам алыуға хоҡуҡлы. Республикабыҙ ҙа аҡса бүлә. Күптән түгел төбәк Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, мобилизация йәки хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса алынған граждандар, 2023 йылдың 10 ноябренән һуң контракт төҙөгән осраҡта, республиканан өҫтәмә рәүештә 100 мең һум аҡсалата түләүгә иҫәп тота ала. – Бында һүҙ бер йыл элек мобилизацияланғандар тураһында бара, әгәр улар статусын үҙ ирке менән контрактсыға үҙгәртһә, өҫтәмә финанс түләүҙәргә эйә була. Ә инде хәрби саҡырылышҡа килгәндә, закон сроклы хеҙмәтте контракт нигеҙендәгенә алмаштырырға мөмкинлек бирә. Ғәҙәттә, бындай аҙымға күпмелер тормош тәжрибәһенә эйә булған, университет тамамлап килгән йәки кисектереү алған егеттәр бара, – тип аңлатты Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич. Контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? - иҫәп урыны буйынса хәрби комиссариатҡа; - контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефондар: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63. - Ситуация үҙәге – 122. Нәсих Хәлисов төшөргән һәм "Бабай"ҙың шәхси архивынан алынған фотолар.