Асҡын районының Билгеш ауылында йәшәгән Гөлназ Хөснуллинаны ауылдаштары ҡул эштәренә маһир зат тип белә. Нимәләр генә эшләй белмәй ул! Хуш еҫле һабындар, үҙенсәлекле брелоктар, исемле тән ышҡығыстар (мочалкалар), бәйләм әйберҙәре һ.б. Гөлназ – Ҡариҙел районы ҡыҙы. Тормош юлдашы Альберт Хөснимәрҙән улы менән ғаилә ҡороуҙарына 15 йыл тулған. Хөснуллиндарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә: Илназ Өфөлә колледжда уҡый, Альбина, Гүзәл һәм Роберт – мәктәп уҡыусылары. Йәш ғаилә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Әйткәндәй, Гөлназ Азат ҡыҙының ҡош үҫтереүгә ҡағылышлы бәләкәй генә ырымы ла бар: ул һәр бер төрҙө 11 итеп һатып ала. Мәҫәлән, быйыл да 11 ҡаҙ, 11 өйрәк, 11 күркә, 11 бройлер аҫраған, хатта кетәктәге тауыҡтары ла – 11. "Ниңәлер ошо һанды оҡшатам. Аллаға шөкөр, барыһын да теүәл итеп үҫтереп, һимертеп алабыҙ, ризыҡҡа яҙып тора", - ти хужабикә. – Һөт, май, ҡаймаҡ, йомортҡа – барыһы ла үҙебеҙҙең хужалыҡтан. Артығын һатып та ебәрәм. Тормош иптәшем Ҡубыяҙҙа “КамАЗ” водителе булып эшл